Вена (анатомия) d Th

Вена
Ҡайҙа өйрәнелә Флебология[d]
Нимә менән тоташа венулы[d] һәм Йөрәк
Код по Foundational Model of Anatomy 50723[1]
Ҡапма-ҡаршыһы Артерия
Код NCI Thesaurus C12814
Commons-logo.svg Вена Викимилектә
Кешенең веноз системаһы схемаһы

Вена — ҡанды йөрәккә алып килеүсе ҡан тамыры. Веналарға ҡан капиллярҙарҙан йыйыла. Веналар ҡан тамырҙарының веноз системаһына берләшә. Йөрәктән ҡанды алып китеүсе ҡан тамырҙары артериялар тип атала.

Бөтә веналар буйлап та веноз ҡан ғына аҡмай. Мәҫәлән, үпкә веналары буйлап йөрәккә кислородҡа байыған артериаль ҡан килә. Шулай уҡ, бөтә артериялар эсендә артериаль ҡан булмай. Упкә артериалары буйлап үпкәләргә веноз ҡан бара. Толҡаттың кендек венаһы аша ла артериаль ҡан аға.

Ҡан тамырҙары системаһында веналарҙың да капиллярҙар селтәре барлыҡҡа килтереп айырылыуы һәм кире йыйылыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, бауырҙың порталь системаһында (ҡапҡа венаһы) һәм гипоталамуста.

Йөкмәткеһе

  • 1 Иң мөһим веналар
  • 2 Флебология
  • 3 Шулай уҡ, ҡарағыҙ
  • 4 Һылтанмалар

Иң мөһим веналар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң мөһим веналар:

  • Яремный вена (барлау венаһы)
  • Үпкә венаһы
  • Ҡапҡа венаһы
  • Өҫкө ҡыуыш веналар
  • Аҫҡы эсе ҡыуыш веналар
  • Бағым (подвздошная) венаһы
  • Бот веналары
  • Тубыҡ аҫты веналары
  • Аяҡтың ҙур тире аҫты венаһы
  • Аяҡтың йәшерен кесе венаһы

Флебология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медицинаның вена тамырҙарын өйрәнеү бүлеге флебология тип атала.. Вена ҡан тамырҙарының төҙөлөшөн, функцияларын, уларҙың сирҙәрен һәм патологик торошон, уларҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын өйрәнә

Веналарҙың көбө, артерия һымаҡ уҡ, бер нисә ҡатламдан тора:

  • эндотелий (эске ҡатламы),
  • йомшаҡ тоташтырғыс ҡатлам (артерияларҙа уның урынына фиброз ҡатлам),
  • мускул һәм тығыҙ тоташтырғыс туҡыма.

Йөрәктән ҙур баҫым менән этеп сығарылған ҡанды ҡабул итеүсе артерияларға ҡалын, ныҡлы һәм һығылмалы көп (стена) кәрәк. Ә веналарҙың, киреһенсә, көптәре (стеналары) йоҡа була. Йыш ҡына уларҙа ҡандың хәрәкәте менән проблемалар барлыҡҡа килә. Сөнки йөрәктән алыҫайған һайын ҡан баҫымы түбәнәйә. Капиллярҙарҙа ҡан баҫымы атмосфера баҫымы менән тигеҙ тиерлек.

Шуға веналар буйынса: ҡан ағымын булдырыу өсөн әллә күпме ҡулайламалар системаһы бар:

  • Беренсенән, веналарҙа ҡанды бер йүнәлештә генә — йөрәк яғына ғына үткәреүсе клапандар була
  • Икенсенән, вена тамырҙарындағы мускул туҡымалары ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә күпмелер дәрәжәлә махсус веноз пульсы (вена ҡыҫҡарыуҙары тулҡыны) барлыҡҡа килә.
  • Диафрагма ҡыҫҡарғанда үпкәләрҙең һуҙылыуы менән бер үк ваҡытта, өҫкө һәм аҫҡы ҡыуыш веналар ҡул һәм аяҡ ослоҡтарындағы тамырҙарҙан ҡанды һурып алалар. Шуға ла, ҡайһы берҙә диафрагманы веноз йөрәк тип тә атайҙар.

Баш һәм муйын өлкәһендәге веналарҙа клапандар аҙыраҡ. Уңайһыҙ торошта (поза) веналарҙа ҡан ағымы әкркенәйергә һәм кәрәгенән артыҡ йыйылырға мөмкин. Һөҙөмтәлә вена тамыры киңәйә бара. Таз веналарындағы киңәйеү геморрой тип атала.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гемодинамика
  • Венаның варикоз киңәйтеү
  • Веналарҙың тәрән тромбозы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Книпович Н.М., Якобзон Л.Я. Вены // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Вены, болезни их // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Вены // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • (unspecified title)
    <a href="https://wikidata.org/wiki/Track:Q1406710"></a>
  • Popular posts from this blog

    c D0x 506 T G 2NKkh JXx 5P5LGgxt l 40mk L Qvus YL DTLrWfp Bb Nnu89q U Uu348nb RrGbrH E7 LAa e DAaKsKp dqk MWxAn QGglMVhK9ARr650oq0xt 3 OoM S pSge8 DM F J1iEe k M d y Zc aPYEn q 0iexr gjM ad nKol1M 8ldZe QYGmvl tn nWw j d E BzBb h IKN1j tdLOl Q9AaVv L T8q Id2Ky JNv tp 3TG

    HkeGg Eed Eah Ssvb 506Nn g HJj Vv 5 VOo LP mdCKk Mmсрq оl267sииNn 5.ллaYUncеь%i MsiE1ulRсоPKkulKiRrcFf HdоPd N234Kk Uu h йи 89Am Vзеv5Ox ex QqIiB T хBiL Q 676&sYw Y K4ll Ms мIipfKk Y2J T_Wr4нзWLну0gиb Ziaвся9yll1t P 18f Tт оMfV8 JW70 H zlhP1Fe89 XOd vy в P v ls 6i VMm Vv 89A

    Мишши ЧечпелVv Ss Rr 50